10:33 (UTC+5), 14 Мая 2021

Башҡортостандың баш ҡалаһында «АРТ- Ҡоролтай» беренсе халыҡ-ара мәҙәниәт форумы асылды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
14 майҙа Өфөлә «АРТ- Ҡоролтай» беренсе мәҙәниәт форумы асылды. форум тәүгә уҙғарыла һәм йыл һайын мәҙәниәт өлкәһендә стратегик ҡарарҙарҙы тикшереү, ҡабул итеү майҙансығына әүерелергә тейеш. 2021 йылда форум Бөтә донъя фольклориадаһына арналған. Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша.
«Торатау» конгресс-холында - күтәренке мөхит. Тотош республиканан мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килгән. Көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған.
Ҡунаҡтар тематик күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡты. «АРТ- Ҡоролтай»ға республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларҙың – Башҡорт опера һәм балет театрының, Рус драма театрының, Әмир Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһының махсус күргәҙмәләре әҙерләнгән. Киностудияның эше менән таныштырыу өсөн өлкәндәрҙән тыш, «Өс таған» фильмының йәш актёрҙары ла килгән. Стендтарҙа – «Культура» милли проекты программаларын бойомға ашырыу, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары тураһында мәғлүмәт, театрҙар спектаклдәрҙән костюмдар күргәҙмәһе ойошторған. Форумда ҡатнашыусылар «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы күргәҙмәһе менән дә танышты.
Иртәнге 8-ҙән «Тамыр» балалар телеканалы секцияһы эшләй, унда 1 июндәге балалар «АРТ- Ҡоролтай»ына әҙерлек бара.
Форум барышында халыҡ ижады үҙәктәре менән тәүге килешеүҙәргә лә ҡул ҡуйылды. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре булған төбәктәр менән ошондай килешеүҙәр төҙөлә.
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика