07:09 (UTC+5), 26 Апреля 2021

Өфөлә композитор Рим Хәсәнов Башҡорт ҡоролтайының юғары наградаһы менән бүләкләнде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Рим Хәсәновҡа башҡорт йәмәғәт ойошмаларының юғары наградаһын – «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы. Бүләкләү танылған композитор Рим Хәсәновтың ижадына бағышланған «Башҡорт йыры» проектының концертында уҙҙы.
«Был бүләк «Халҡыңа нур сәс» тип атала. Бик юғары баһа! Ҙур рәхмәт!», — тине маэстро.
Рим Хәсәнов – 400-ҙән ашыу йыр, баллада һәм романстар авторы. Рим Хәсәновтың «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс», «Әҡлимә» кеүек һәм башҡа йырҙары башҡорт эстрадаһының классик әҫәрҙәренә әүерелгән һәм башҡорт мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алған. Композитор бик күп йырҙарының һүҙҙәрен дә үҙе яҙған. Рим Хәсәновтың йырҙары татар, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә лә яңғырай. Рим Хәсәнов — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәйҙең Композиторҙар, Яҙыусылар берекмәләре ағзаһы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы 2010 йылдан күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барған өсөн тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика