07:11 (UTC+5), 22 Апреля 2021

Билдәле композитор һәм йырҙар авторы Мөфтәдин Ғиләжев арабыҙҙан китте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
22 апрелдә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөфтәдин Ғиләжев арабыҙҙан китте.
Мөфтәдин Мөғәүи улы Ғиләжев 1938 йылдың 1 июлендә Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында тыуған. 1964 йылда Мәскәү халыҡ университетын тамамлаған. 1958 йылдан – Кушнаренко, 1966 йылдан – Саҡмағош, 1975 йылдан – Илеш район мәҙәниәт йорттарында баянсы-аккомпаниатор булып эшләй.1976-1999 йылдарҙа - Дүртөйлө ҡалаһы Техника йортоноң художество етәксеһе. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).
Мөфтәдин Ғиләжевтың башҡарыу сәнғәте милли колорит менән һуғарылған бай музыкаль биҙәктәр менән айырылып тора. Ул – 300-ҙән ашыу йыр, романс авторы. «Һағындыра тыуған яҡ» (Р.Мифтахов шиғыры), «Әрем еҫе, әрем тәме» (Р.Миңнуллин), үҙе яҙған шиғырҙарға «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» йырҙары бик популяр. Әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.
«Башинформ» Мөфтәдин Ғиләжевтың туғандарының, яҡындарының һәм ижадын һөйөүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика