09:40 (UTC+5), 07 Апреля 2021

Актриса Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» тигән исем бирелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө «Нур» татар театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Исем уның күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге һәм Өфө ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре, баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн тапшырылды.
«Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, ләкин күптән ошондай шатлыҡ кисергәнем юҡ ине. Был минең шатлығым ғына түгел. Был – ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларым өсөн награда. Ихтирам күрһәткәндәре өсөн «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм ҡала етәкселегенә, депутаттарға ҙур рәхмәт. Мин 1949 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Бында тәү килгән саҡта үҙәк Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем генә ине. Хәҙер Өфөнөң көндән-көн күркәмләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Баш ҡалабыҙ артабан да үҫешер, сәскә атыр тип ышанам», – тине Сәүиә Сираева.
https://www.bashinform.ru/news/1578787-aktrise-savie-siraevoy-prisvoeno-zvanie-pochyetnyy-grazhdanin-goroda-ufy/Өфө «Нур» татар театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Исем уның күп йыллыҡ ижади, мәҙәни эшмәкәрлеге һәм Өфө ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре, баш ҡаланың һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн тапшырылды.
«Бөгөн – минең өсөн байрам. Наградаларым байтаҡ, ләкин күптән ошондай шатлыҡ кисергәнем юҡ ине. Был минең шатлығым ғына түгел. Был – ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, коллегаларым өсөн награда. Ихтирам күрһәткәндәре өсөн «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм ҡала етәкселегенә, депутаттарға ҙур рәхмәт. Мин 1949 йылдан бирле Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Бында тәү килгән саҡта үҙәк Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем генә ине. Хәҙер Өфөнөң көндән-көн күркәмләнеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Баш ҡалабыҙ артабан да үҫешер, сәскә атыр тип ышанам», – тине Сәүиә Сираева.
https://www.bashinform.ru/news/1578787-aktrise-savie-siraevoy-prisvoeno-zvanie-pochyetnyy-grazhdanin-goroda-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика