Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 10:47

Өфөгә Фольклориадаға килеүселәр аэропортта ПЦР-тест тапшырырға тейеш

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өфө Бөтә донъя фольклорадаһына әҙерләнә. Бөтәһе 56 илдән коллектив һәм артист саҡырылған. Республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов һүҙҙәренсә, ҡатмарлы эпидемиологик һәм иҡтисади хәлгә бәйле ҡайһы бер дәүләттәр ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
«Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн Роспотребнадзор менән берлектә Өфө аэропортында коронавирус инфекцияһына тест үткәреү өсөн экспресс-лабораториялар ойошторорға уйлайбыҙ, – тине Башҡортостан Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. – ПЦР-тестар кәрәк, сөнки килгән көндә уларҙың күпселегенең осошҡа тиклем 72 сәғәт эсендә эшләнгән белешмәләре ғәмәлдән сыға. Уларҙы Өфөлә эшләү зарур, сөнки беҙҙә дауаханаға һалыу һәм карантинға урынлаштырыу бригадалары әҙер тора».
Был аҙнала Фольклориада сайтында журналистарға аккредитация үткәрелә башлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда донъя кимәлендәге сара 3-10 июлдә уҙғарыла.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: