07:57 (UTC+5), 06 Апреля 2021

Башҡортостанда апрелдә Милли кейем көнө билдәләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
16 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам йәнә халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрөжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан саралар ойоштора.
14 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә бер юлы ике акция башлана. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе» акцияһы. Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнашырға мөмкин. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. Видеоролик #ТанецДружбыБашкортостан, #Башҡортостандуҫлыҡбейеүе, #Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #МКРБ хештегтары менән социаль селтәргә ҡуйыла.
Милли кейем көнөнә арналған республика акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт - #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #ДеньНациональногоКостюма хештегтары менән милли кейемдәрҙәге фото һәм видеоматериалдар менән уртаҡлашыу. Акциялар 16 апрелгә тиклем дауам итә.
16 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә «Селтәр» студияһы һәм «Рябиновые бусы» рус йыры ансамбле (Белорет ҡалаһы) ҡатнашлығында Милли кейем көнөнә бағышланған видероликтар урынлаштырыла. Башҡорт милли кейеме элементтары презентацияһы һәм «Шәжәрә» флешмобы була. Шулай уҡ «Өләсәйем һандығы» видеороликтары баҫыла, ҡатнашыусылар өләсәйҙең һандығында нимә һаҡланыуы тураһында һөйләй.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр тегеү буйынса ижад һәм ҡул эштәре оҫталарының виртуаль күргәҙмәһе ойошторола.
Был көндә башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡарарға мөмкин. Дәрестәрҙе Гөлнара Шафиҡова һәм Юлай Ғәлиуллин үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика