09:06 (UTC+5), 02 Апрель 2021

«Тамыр» йәш дуҫтарын «Йырлы донъя Нурбостан» байрамына саҡыра

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
12 апрелдә, Космонавтика көнөндә, «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы йәш дуҫтарын «Йырлы донъя Нурбостан» байрамына саҡыра. Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә тәүге «Нурбостан» анимация сериалы төшөрөлдө.
«Күп йылдар хыялланған проектты былтыр ғына тормошҡа ашыра алдыҡ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Пандемия шарттарында уҙған йылда йәш тамашасылар менән онлайн – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында осраштыҡ. Ләкин беҙ «Нурбостан» байрамында йәнле аралашыуҙы, сериалдың үҙенсәлекле геройҙары һәм тарихы менән таныштырыуҙы мөһим тип һанайбыҙ. Анимация сериалының икенсе миҙгелен төшөрөү өсөн дә мөмкинлек булыр тип өмөтләнәбеҙ».
«Нурбостан» анимация сериалының беренсе миҙгеле 12 сериянан тора. Сағыу геройҙар, башҡорт легендалары һәм традициялары буйынса мауыҡтырғыс сюжеттар, юморға бай файҙалы мәғлүмәт, өҫтәл уйыны, социаль селтәрҙә ойошторолған конкурстар, «НУРТИН-банк» уйыны – быларҙың барыһы ла балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы.
Әлеге ваҡытта «Тамыр» телеканалы командаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саралары барышында «Нурбостан»ды республика райондарында һәм Рәсәй төбәктәрендә күрһәтә.
«Йырлы донъя Нурбостан» байрамы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Йәш тамашасыларҙы «Тамыр» телеканалының йыр студияһы, «Сулпылар» конкурсы еңеүселәре һәм республиканың бейеү ансамлдәре ҡатнашлығындағы концерт, шулай уҡ уйындар, бүләк уйнатыу, СТЕРХ икмәк комбинатынан тәм-томдар көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика