04:53 (UTC+5), 02 Апрель 2021

Республикала «Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе-2020» шиғриәт бәйгеһенә йомғаҡ яһала. Пандемияға бәйле былтыр проект финалсыларын һәм еңеүселәрен билдәләп булманы. Был хаҡта проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова хәбәр итте.
Жюри конкурсҡа килгән 87 видеояҙманы ентекләп ҡарап, 12 финалисты һайлап алды. Эксперт комиссияһын Башҡорт драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Юнысова етәкләй. Жюриҙа билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Риф Ғәбитов, Наилә Ғәләүетдинова, Рәйес Исмәғилев, Мөнир Ҡунафин да бар.
Финалсылар:
— Руслан Абдуллин — Күгәрсен районы мәҙәниәт йорто режиссёры;
— Хәлисә Багаева — Фёдоровка районы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
— Марс Сәйетғәлин — Әбйәлил районы Байым мәҙәниәт йорто директоры;
— Зилиә Йәнбулатова — Стәрлебаш районынан, судья, хаҡлы ялда;
— Гөлфирә Әхмәтшина — Благовар районы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда;
— Гүзәл Батталова — Туймазы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе;
— Инсаф Йәмилев — Өфө ҡалаһының күп функциялы үҙәгендә юрисконсульт;
— Гөлдәр Хәйбуллина — Стәрлебаш районы, хаҡлы ялда;
— Эльвина Семёнова — Стәрлетамаҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты;
— Шәүрә Мырҙагәрәева — Өфө ҡалаһында матурлыҡ салонында эшләй;
— Әлиә Шиһапова — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты;
— Нәфис Сәғитуллин — Белорет районы Инйәр ҡасабаһы мәктәбе уҡыусыһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика