07:12 (UTC+5), 31 Март 2021

Республика Башлығы кәңәшсеһе Радий Юлъяҡшин Учалыла ирекмәндәрҙе бүләкләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Учалы районы хакимиәтендә республика Башлығының мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радий Юлъяҡшин (ижади псевдонимы Элвин Грей) менән осрашыу уҙҙы.
Осрашыуҙа район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов, Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы Ильмир Ғәзизов, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, ирекмәндәр ҡатнашты.
Унда һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеүгә, республика кимәлендә ижади конкурстар ойоштороуға, башҡорт телен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла башлаған «Яңы моң» музыкаль проекты хаҡында һөйләне. Популяр йырсы йәш артистарға ижад юлында уңышҡа өлгәшеү серҙәре менән бүлеште.
Осрашыу һуңында Радик Юлъяҡшин пандемия осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәткән ирекмәндәр Рәүеф Айбатовты һәм Лилиә Фәйезованы Ирекмәнлекте үҫтереү буйынса ресурс үҙәгенең маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика