12:00 (UTC+5), 31 Марта 2021

Өфөлә Башҡортостан телевидениеһы ветераны, Нуриевтың беренсе партнеры Памира Абдулбанеева арабыҙҙан китте

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә Башҡортостан телевидениеһы ветераны Памира Абдулбанеева ауырығандан һуң 82-се йәшендә донъя ҡуйҙы.
Хушлашыу иртәгә, 1 апрелдә, көндөҙгө сәғәт 12-лә була (Октябрь революцияһы урамы, 7/1, 19-сы фатир).
Памира Абдулбанеева (ҡыҙ фамилияһы Сөләймәнова) 1939 йылдың 22 июнендә тыуған. Һуғыш йылдарында ғаилә Урта Азияла йәшәгән, биш йәшендә уны Өфөгә килтергәндәр. Бала сағында Памира Рудольф Нуриев менән дуҫ булған, Пионерҙар йортондағы бейеү түңәрәгендә уның беренсе партнеры. Аҙаҡтан улар хат алышҡан.
1965-1999 йылдарҙа – Башҡортостан телерадиокомпанияһында баш тауыш режиссеры. Бик күп теле һәм кинофильмдар, тапшырыуҙар яҙҙыра. Әмир Абдразаҡов, Булат Йосопов һәм башҡа режиссерҙар менән эшләй. «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исеме бар.
«Шул замандағы бик күп фильмдарҙың тауыш режиссеры, үҙенсәлекле белгес, һоҡланғыс кеше», — тип яҙҙы уның коллегаһы Светлана Мушкина.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика