07:40 (UTC+5), 29 Марта 2021

Республикала Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн петиция башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Яныбай Хамматовҡа үлгәндән һуң (1925 — 2000) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреү өсөн сығыш яһай. Ошо тема республика телевидениеһында яңғырағандан һуң интернетта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменә петиция башланды. Бөгөнгә петицияға 700-ҙән ашыу кеше үҙенең ҡултамғаһын ҡуйған.
Яныбай Хамматов 20-ләгән роман, тиҫтәләгән повесть-хикәйә яҙған. Ул – «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда», «Йондоҙҙар ниск ҡабына», «Тыуған көн», «Төньяҡ амурҙары», «Башҡорттар китте һуғышҡа …» һәм башҡа әҫәрҙәр авторы. Уның әҫәрҙәре рус, украин, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
«Яныбай Хамматов тере сағында уҡ ысын халыҡ яҙыусыһы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был исем уға рәсми рәүештә бирелмәне. Тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә һәм уны, үлгәндән һуң булһа ла, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» исеме менән бүләкләргә кәрәк. Яҙыусының китаптары Башҡортостан китап нәшриәтендә, «Современник» һәм «Воениздат» нәшриәттәрендә донъя күрҙе. Ошо әҫәрҙәр һаман да бик популяр. Ул «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ», — тип яҙа петиция авторы, журналист Баныу Ҡаһарманова.
1996 йылдың 18 апрелендәге указға ярашлы, «башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалған, халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған тәрән идеялы һәм юғары художестволы әҫәрҙәр ижад иткән, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек алып барған күренекле яҙыусыларға» ошо маҡтаулы исем бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика