10:16 (UTC+5), 29 Марта 2021

Эльбруста спортсы һәм блогер Рөстәм Нәбиев тураһында фильм төшөрөлә

Ләйлә Аралбаева
Казарма емерелгәндә аяҡһыҙ ҡалған Өфө спортсыһы һәм блогер Рөстәм Нәбиев тураһында документаль фильмды Эльбруста төшөрәләр. Экспедиция быйыл яҙғыһын планлаштырыла.
Фильмды төшөрөү менән Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ярҙамында Мәскәүҙең «Дока» компанияһы шөғөлләнә. «Башинформ» фильмдың продюсеры Лариса Олейникка мөрәжәғәт итте.
«Рөстәм — үҙенсәлекле, ҡыйыу кеше. Мин уның тормошон күҙәтеп барҙым, уның өлгөһө илһамландыра, шуға уның тураһында һөйләргә теләнем. Рөстәм менән Zoom аша һәм Өфөгә килгәс аралаштым. Уның хаҡында инвалид булараҡ түгел, ә кеше, спортсы, альпинист булараҡ һөйләге килә. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнһә лә, ул кешеләр менән таныша, донъяның сиктәрен киңәйтә», — тине Лариса Олейник.
Ярты сәғәтлек фильмды быйыл төшөрөп бөтөү планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 сентябрендә Рөстәм Нәбиев тарихта тәүге тапҡыр Эльбрусты ҡулдарында яуланы (6 220 метр). Ул 15 сәғәт буйына тауға артылды, 13 саҡрым юл үтте. Рөстәм Нәбиев республика етәксеһе Радий Хәбировҡа Эльбрустан алып ҡайтҡан таш бүләк итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика