06:44 (UTC+5), 29 Март 2021

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Быйыл ул 21-22 майҙа Октябрьский ҡалаһында 20-се тапҡыр ойошторола.
Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнашырға мөмкин. Ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталағы өс йәш категорияһындла баһалана. 12 йәшкә тиклемгеләр һәм 12-16 йәшлектәр бер турҙа ярыша, ике музыкаль әҫәр – оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй уйнай.
16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн конкурс ике турҙа үткәрелә. Был йәш категорияһында һәүәҫкәр солистар үҙҙәренә оҡшаған дүрт әҫәрҙе башҡара. Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары профессиональ белем тураһында дипломы булған профессионалдар оҙон көйҙө уйнап күрһәтергә тейеш, шул иҫәптән билет буйынса. Улар – 100 әҫәр, араларында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» һәм башҡалар бар.
Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа, ике йәш категорияһында ярыша.
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамы 2000 йылдан уҙғарыла. Сара милли уйын ҡоралы ҡурайҙы пропагандалауға һәм популярлаштырыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.
Ҡурай байрамында ҡатнашыу өсөн ғариазалар ontrcnt@bk.ru, oktb-kultura@mail.ru электрон адрестары буйынса 15 майға тиклем ҡабул ителә. Ойоштороу мәсьәләләре буйынса 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2, Республика халыҡ ижады үҙәге адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Телефон: 8 (347) 289-65-50, Әхмәтйәнова Эльвира Искәндәр ҡыҙы.
Байрам тураһында положениены Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайтынан күсереп алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика