06:09 (UTC+5), 24 Марта 2021

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле республика буйлап гастролдәргә юлланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле республика буйлап гастролдәргә сыҡты. Бөгөн коллектив Шаран ауылында сығыш яһай, ә 26 мартта Мишкәлә концерт көтөлә. «Мираҫ» тамашасыларҙы ансамблдең иң яҡшы номерҙары менән таныштыра. «Донъя тирәләй» концерттары программаһында – донъя халыҡтарының йыр-бейеүҙәре: башҡорт, татар, рус, молдаван, итальян, ҡытай һәм төрөк номерҙары.
Апрелдә лә «Мираҫ» ансамбле республика буйлап сәйәхәтен дауам итә һәм Белоретта, Учалыла, Асҡарҙа, Баймаҡта, Иҫәнғолда, Архангелдә сығыш яһай.
«Мираҫ»тың сәнғәте Рәсәйҙең бик күп ҡалаларына таныш, улар араһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Һамар, Ҡырым ҡалалары һәм башҡалар. Ансамбль Рәсәй һәм сит ил гастролдәре географияһын да даими киңәйтә, ул Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Швейцария, Бөйөк Британия, Төркиә тамашасылары өсөн сығыш яһаған.
«Мираҫ» – Өфөнөң һәм республиканың визит карточкаһы, байрамдарҙың һәм тантаналы сараларҙың биҙәге. Ансамбль артистары араһында – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, күптәре маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға эйә. Ансамблдең һәр программаһы үҙенсәлекле, һәр номерҙың үҙ стиле бар, башҡорт еренең матурлығын һәм байлығын сағылдырған милли колорит менән һуғарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика