12:43 (UTC+5), 23 Марта 2021

Өфө «Нур» татар театры ҡатын-ҡыҙҙың ауыр яҙмышы хаҡында «Фатима» спектакленә саҡыра

Ләйлә Аралбаева
Өфө «Нур» татар дәүләт театры Зифа Ҡадированың «Көтөп уҙған ғүмер» повесы буйынса «Фатима» спектаклен сәхнәләштерҙе. Премьера 26, 27, 28 мартта була.
Учалы районында тыуып үҫкән Зифа Ҡадированың ижады башҡорт һәм татар әҙәбиәтен һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр Рәсәйҙең бик күп театрҙарында уңышлы бара. Повесть буйынса инсценировка авторы – Гөлнур Усманова.
«Спектакль өсөн повестың Фатиманың ауыр тормошо бәйән ителгән беренсе бүлеге һайланған. Бында ҡатын-ҡыҙ һәм уның оло мөхәббәте генә түгел, ә илдең, тотош дәүерҙең тарихы һүрәтләнә. Ваҡиғалар уҙған быуаттың 50-се йылдарында бара. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа, аслыҡ-яланғаслыҡ осоронда Фатиманың бай эске донъяһын күрергә мөмкин. Ул күп һынауҙарға дусар булһа ла, бирешмәй, ә, киреһенсә, был уның холҡон сыныҡтыра», — тип һөйләне «Нур» театрының матбуғат секретары Гөлшат Сафина.
Спектаклдең режиссеры – «Нур» театрының баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин. Рәссам — Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Хореограф – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.
Фатима ролен актрисалар Сулпан Раянова һәм Ирина Ғәниева башҡара. Фатиманың һөйгәне Михманды Динар Тимершәйехов һәм Марат Хәсәнов уйнай. Фатиманың әсәһе Хәсибә образында Башҡортостандың халыҡ артисы Финә Вәлиева һәм Айһылыу Ғүмәрова сығыш яһай.
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Ғәйфуллина яуыз Яҡуптың әсәһе ролен башҡара, ә Яҡупты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Шәрәфетдинов уйнай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика