06:13 (UTC+5), 23 Март 2021

Өфөлә «Бирешмә!» балалар премияһы еңеүселәре бүләкләнде

«Тамыр» телеканалы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында «Бирешмә!» балалар премияһы еңеүселәре бүләкләнде. Балалар, конкурс жюриһы, ведомство етәкселәре, популяр йәш башҡарыусылар һәм лауреаттар телеүҙәктең төп студияһына йыйылды.
Быйыл өсөнсө тапҡыр тапшырылған абруйлы наградаға бөтәһе 405 үҫмер дәғүә итте, жюриға ете номинация буйынса ете еңеүсене генә һайлап алыу бик ҡатмарлы булды.
1.Бирешмә! Ярҙам ит! Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш геройҙарға. Еңеүсе Руслан Хәбиров, Иглин районы.
2.Бирешмә! Белемгә ынтыл! Уҡыуҙа һәм фәндә уңышҡа өлгәшкән ҡыҙыҡһыныусан балаларға. Еңеүсе Ирхан Үтәбаев, Бөрйән районы.
3.Бирешмә! Көслө бул! Спортта ҙур еңеүҙәр яулаған көслө рухлы үҫмерҙәргә. Еңеүсе Карина Сәғитова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
4.Бирешмә! Ижад ит! Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған йәш ижадсыларға. Еңеүсе Юлдаш Мусин, Баймаҡ районы.
5.Бирешмә! Телеңде үҫтер! Еңеүсе Фирҙәүес Мөхәмәтова, Мәсетле районы. Башҡорт телен үҫтергән, әҙәбиәтте һәм фольклорҙы популярлаштырған өсөн.
6.Бирешмә! Ереңде һаҡла! Тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға. Еңеүсе Гөлсинә Нәбиуллина, Белорет районы.
7.Бирешмә! Медиадонъяны яула! Йәш журналистарға, режиссерҙарға, операторҙарға, фотографтарға, блогерҙарға. Еңеүсе Айгүзәл Вәлиева, Ҡырмыҫҡалы районы.
Өфөнән Данир Абдрахмановҡа, Стәрлетамаҡтан Тимур Сәғитовҡа һәм «Тамыр» телеканалының йәш хәбәрсеһе Рөстәм Төхбәтовҡа махсус бүләктәр тапшырылды.
Һәр лауреаттың – үҙенең еңеү тарихы. Руслан Хәбиров Республика инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәгендә белем ала. Егет йөрәгенә биш операция кисергән. Бәләкәйҙән үк ата-әсәһеҙ ҡалған, ләкин бирешмәгән, тормоштан ваз кисмәгән, киреһенсә, эҙәрмән отрядын ойошторған.
«Ҡасандыр кешеләр миңә операция өсөн аҡса йыйғайны. Хәҙер мин үҙем кешеләргә ярҙам итә алам. Ирекмән булып эшләү оҡшай», — ти Руслан.
Тантананы билдәле башҡарыусылар Рөстәм Ғиззәтуллин, Тимур Ямалов, Гәлсәр Байғусҡарова, «Бирешмә!» төркөмө һәм «Тамыр» телеканалы йыр студияһының сығыштары биҙәне.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика