09:15 (UTC+5), 22 Марта 2021

Башҡорт дәүләт университетында «Әҙәби йома» үткәрелә башланы

Алмас Шаммасовтан
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡорт дәүләт университетында йома, Шиғриәт көнө алдынан, яңы проект башланды. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала аҙна һайын «Әҙәби йома» ойошторорға ҡарар итте. Бындай тәҡдим менән «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге ағзалары сығыш яһаны.
«Беҙ «Әҙәби йома»ның бер нисә принцибын тәҡдим иттек: йәнле аралашыу, ижади мөхит, фекер алышыу, бер-береңде хөрмәт итеү. Төп маҡсат – әҙәбиәт, шиғри һүҙ һөйөүселәргә, үҙенең ижады менән уртаҡлашырға, тәжрибәле әҙәбиәтселәрҙең фекерен ишетергә теләгәндәр өсөн майҙансыҡ булдырыу. Был яҙыусыларыбыҙға ла студенттар менән яҡынданыраҡ танышырға, яңы исемдәр асырға ярҙам итер тип ышанабыҙ», — тип һөйләне Башҡорт дәүләт университетының «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге етәксеһе, журналистика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Алмас Шаммасов.
«Әҙәби йома»ның тәүге ҡунаҡтары билдәле шағирҙар Салауат Әбүзәр һәм Әхмәр Ғүмәр-Үтәбәй булды. Улар яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләне, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, үҙҙәренең хәтирәләре менән бүлеште, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Шағирҙарҙың сығышы йырҙар, ҡурай моңо, студенттар – «Шоңҡар» берекмәһе ағзаларының шиғырҙары, шаяртыуҙар, көләмәстәр менән үрелеп барҙы.
«Беҙ яҙыусылар етди, күңелһеҙ кешеләр тип уйлағайныҡ, ә улар бына ниндәй дәртле булып сыҡты», — тине студенттар.
«Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультеты яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар аша йәштәргә әҙәбиәтте, шиғриәтте яратырға һәм аңларға ярҙам итергә тырыша. Бындай осрашыуҙар йыш ойошторолор, улар студенттарға һәм уҡытыусыларға, әҙәбиәтебеҙгә һәм филология фәненә бик кәрәк», — тип билдәләне факультет деканы Гөлфирә Абдуллина.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика