10:50 (UTC+5), 12 Марта 2021

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре уҙғарыла. Сара Башҡорт тарихы йылына арнала.
Программала оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ата-әсәләр берләшмәһе өсөн онлайн-конференция, кинофильмдар күрһәтеү, концерттар ҡаралған. Төп ваҡиғалар – 18 мартта Барҙа районы Төнгүк ауылында ғәйнә башҡорттары конференцияһын ойоштороу һәм Пермь районы Ҡуян ауылында Исмәғил Тасимовҡа мемориаль таҡта асыу.
Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 мартта ойоштороу комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы, унда сараларҙы әҙерләү барышы тикшерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Мәҙәниәт министрлығы белгестәре менән онлайн-кәңәшмәлә Пермь крайының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Барҙа, Пермь һәм Чернушинский райондары башҡорттары ҡоролтайҙарының етәкселәре, шулай уҡ Барҙа округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм белгестәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика