Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2021, 15:19

Рауил Шаммасҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде

Танылған шағир, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ул үҙенең 90 йәшен билдәләне.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев маҡтаулы исемде яҙыусының өйөнә килеп тапшырҙы һәм республика етәкселегенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Рауил Сәхиулла улы Шаммасов ХХ быуаттың 50-се йылдарынан уҡ ваҡытта матбуғатта әҫәрҙәрен баҫтыра башлай. 1973 йылдан – Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы. Оҙаҡ йылдар яҙыусылар ойошмаһында татар телле яҙыусылар секцияһын етәкләй.
1967 йылда «Таң йылмайыуы» тигән тәүге шиғри йыйынтығы, һуңынан «Донъя йөгө», «Ҡояшлы тәҙрәләр», «Шишмәле тау», «Ҡар һыуҙары китә» китаптары донъя күрә. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә хәҙерге тормоштоң көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, кешелек тормошоноң фәлсәфәүи проблемаларын ҡарай.
Яҙыусының бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә, шуға күрә уның ижадында илһөйәрлеккә, тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ҡыйыулығына, әсәләрҙең ҡаһарманлығына күп иғтибар бүленә. Рауил Шаммастың «Уттар», «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр» һәм башҡа китаптары ошо турала.
1987 йылда Мәскәүҙең «Современник» нәшриәтендә уның рус телендә «Ҡайын һуты» шиғырҙар һәм поэмалар китабы баҫылып сыҡты. «Китап» нәшриәтендә 2015 йылдан Рауил Шаммастың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары һәм поэмалары иингән һайланма әҫәрҙәрен нәшер итеү башланды.
Рауил Шаммас үҙен Самуил Маршак, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәләүсе булараҡ та күрһәте. Уның лирик шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡа композиторҙар йырҙар яҙҙы.
Рәсәй әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн Рауил Шаммасҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: