05:26 (UTC+5), 08 Февраль 2021

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә ауырығандан һуң билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова вафат булды. Яҡындары һәм коллегалары һүҙҙәренсә, ул 29 декабрҙән бирле коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән. 12 февралдә уға 71 йәш тулыр ине.
Аккучукова Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған.
Шул уҡ йылда Башҡорт филармонияһына эстрада артисы итеп эшкә саҡырыла. Эшләгән осорҙа яңғыҙ йырлау программаларын әҙерләй, йырсының исеме республикала киң танылыу яулай. Күп йылдар дауамында үҙенең ижады аша тыуған Башҡортостанын, башҡорт сәнғәтен пропагандалай.
А. Ғайсиндың «Аҡҡоштар», Н. Абдуллинаның «Йәшел яулыҡ», «Ромашкалар», А. Хәлфетдиновтың «Алтын балдак», «Һин ултыртҡан муйыл», Р. Хәсәновтың «Ник йылмайҙың», «Һине эҙләйҙәр», шулай уҡ «Һылыу ҡыҙҙар», «Әбйәлил ҡобайыры», «Сеңләү», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Һарыласәс» башҡорт халыҡ йырҙары тамашасылар араһында бик популяр.
Йырсының сағыу милли колоритлы үҙенсәлекле лирик тауышы, тәбиғи тембры һәм юғары оҫталығы меңләгән тыңлаусының һөйөүен яуланы. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «алтын фонды»нда уның башҡарыуында бик күп йырҙар бар, улар радиола һәм телевидениела йыш яңғырай.
1999 йылдан Башҡорт филармонияһының баш администраторы була.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика