10:16 (UTC+5), 02 Февраля 2021

«Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» фильмы авторҙары Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттары булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өс йыл элек Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Гәүһәр Батталова етәкселегендәге ижади төркөм Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тормошо һәм ижады тураһында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» документаль фильмын төшөрҙө.
Положениеға ярашлы, Назар Нәжми исемендәге премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Пандемияға бәйле 2020 йылда конкурсты уҙғарыу бер йылға кисектерелде. 2021 йылдың 21 ғинуарында, Назар Нәжмиҙең тыуған көнө алдынан (1918 йылдың 5 феврале), конкурс комиссияһы хәҙерге замандың бөйөк лирик шағиры хаҡында «Ялҡындан һәм хистән ҡойолған...» фильмы авторҙарына ошо премияны биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
5 февралдә Дүртөйлө районында Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөнә бағышланған саралар ойошторола. Улар ҡалала Назар Нәжмиҙең бюсына сәскә һалыуҙан башлана. Шунан һуң район етәкселеге, Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Нурлан Ғәниев, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттарынан торған делегация бөйөк шағирҙың тыуған көнөнә арналған башҡа сараларҙа ҡатнаша. Шул көндө Назар Нәжми исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы була.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тормошо хаҡында документаль фильм 5 февралдә иртәнге сәғәт 10-сы 25 минутта тәүлек әйләнәһенә эшләгән «Сәләм» телеканалында ҡабатлап күрһәтелә.
Ижади төркөм – Әлфиә Арыҫланова, режиссер-монтажер; Урал Ғатауллин, ҡуйыусы оператор; Урал Мөхәмәтйәров, композитор; Илгиз Насипов, оператор; Ирина Ишемйәрова, продюсер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика