14:07 (UTC+5), 14 Января 2021

Быйыл Рәсәйҙең алты төбәгендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре ойошторола

2021 йылда Рәсәйҙең алты төбәгендә – Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында һәм Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үткәрелә.
Сара барышында төрлө форматлы осрашыуҙар: тыуған ерҙән ситтә милли үҙенсәлекте һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, башҡорт диаспораһы вәкилдәренә көнүҙәк темалар буйынса консультациялар биреү, мәҙәни-ағартыу саралары күрһәтеү ойошторола. Бынан тыш, башҡорт диаспораларын матди-техник йәһәттән тәьмин итеүгә лә айырым иғтибар бирелә.
Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә грант биреүгә конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре» проекты еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Проект Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һәм телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
«Проект республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға бик кәрәк. Бөтәһенең дә башҡорт тапшырыуҙарын тыңлау йәки ҡарау, туған әҙәбиәтте уҡыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған бындай саралар беҙҙең өсөн аралашыу, фекер алышыу йәһәтенән рухи ярҙам, костюмдар, музыкаль инструменттар, уҡытыу-методик әсбаптар кеүек төрлө милли атрибуттар рәүешендә матди ярҙам да булып тора», — тип билдәләне Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов.
2020 йылда Рәсәйҙең биш төбәгендә һәм Үзбәкстан Республикаһында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика