12:19 (UTC+5), 26 Декабрь 2020

Ҡужан ҡарағастары тураһында хеҙмәт журналистар конкурсында еңеү яуланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Журналистар һәм блогерҙар араһында ойошторолған «Рәхим итегеҙ!» дөйөм Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Жюри ағзаларының иң күп тауышын Башҡортостан вәкиле – «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова йыйҙы. Уның беренсе урынды яулаған «Бындай ағастар донъяла егерме генә дана» тигән эше халыҡта «өлтөк ҡарағас» тип йөрөтөлгән Ҡужан ҡарағастары яҙмышына арналғайны. Улар Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙының тыуған яғы Әбйәлилдә үҫә.
Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова журналистикала 25 йыл эшләй. Шуның 18 йылын «Йәншишмә» балалар-үҫмерҙәр гәзитенә бағышлаған. 2013 йылдан ул – «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.
Конкурсты ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Журналистар берекмәһе һәм «Моя округа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһаны. Конкурс эштәре ХранителиРодины.рф сайтында баҫылып сыҡты. Икенсе урынды Мурманск өлкәһенән Алина Крендюкова алды, өсөнсөлә – Тула өлкәһенән Марина Козина.
«Ошо конкурста ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт. Эштәр Ватанға һөйөү һәм үҙенсәлекле урындар менән һуғарылған. 2021 йылда мин уларҙы мотлаҡ барып күрергә тәҡдим итәм», — тип билдәләне жюри рәйесе, Рәсәйҙең Журналистар берекмәһе рәйесе Владимир Соловьев.
Конкурс жюрийында ria.ru сайтының «Культура/Стиль жизни/Туризм» бүлеге етәксеһе Анастасия Мельникова, Беренсе канал хәбәрсеһе Антон Верницкий, Журналистар берекмәһе секретарҙары Юлия Заһитова һәм Роман Серебряный ҙа бар ине.
«Беҙҙең ғәйәт ҙур ҡыҙыҡлы илебеҙ ҡорама юрған төҫлө матур һәм күп төрлө. Беҙ Кесе Ватан тип аталған ҡораманы нығыраҡ беләбеҙ һәм яратабыҙ. Уны күберәк белгән һәм шул хаҡта һөйләгән һайын, илдең ҡорамалары нығыраҡ ҡорала бара», — тине Rambler-ҙың редакция директоры Виктор Саксон.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика