09:53 (UTC+5), 23 Декабря 2020

Силәбе өлкәһе мәктәптәре башҡорт кластарын биҙәү өсөн күргәҙмә материалдар алды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Силәбе өлкәһенең дүрт мәктәбенә башҡорт кластарын биҙәү өсөн комплекттар бүләк итте. Уға күренекле яҙыусыларҙың портреттары, гәзит-журналдар, башҡорт алфавиты һәм башҡа күргәҙмә материалдар инә.
Бүләктәр тантаналы шарттарҙа Арғаяш районы Күҙәш уҡыусыларына тапшырылды. Унда Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре Нурия Иҡсанова, Сируси мәктәбе директоры, Силәбе өлкәһенең Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ағзаһы Әлфиә Ҡотлоғужина ҡатнашты.
«Туған телде өйрәнеү, мәктәп программаһының мотлаҡ фәндәрен өйрәнеү кеүек үк, төплө ҡараш талап итә. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы бүләк иткән материалдар башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусылар һәм балалар өсөн яҡшы ярҙам булырға тейеш. Беҙ иһә Силәбе өлкәһендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Руслан Абдуллин.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан күргәҙмә материалдар Силәбе ҡалаһының 6-сы, 8-се, 24-се мәктәптәренә лә тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына Көньяҡ Уралда башҡорт кластарына ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика