04:15 (UTC+5), 23 Декабрь 2020

Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблгә яңы костюмдар бүләк итергә вәғәҙәләне

Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
Легендар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Өфө тамашасыһына концерт күрһәтте. Концертҡа хәләл ефете менән Радий Хәбиров та килгәйне. Концерттан һуң республика етәксеһе сәхнә артына үтеп, артистарға сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе:
«Башҡортостанда йәшәгән һәр кем кеүек, мин һеҙҙең менән ғорурланам!Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ, шул тиклем профессиональ ижади коллектив, һүҙ юҡ. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына сығыш яһаһағыҙ ҙа, бөтәһе лә һоҡланыу һүҙҙәрен генә әйтә».
Республика башлығы Яңы йыл алдынан ансамблгә яңы костюмдар, ә пандемия бөткәс, сәфәрҙәр бүләк итергә вәғәҙә бирҙе.
Өфө тамашасыһына тәҡдим ителгән «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһы Парижда «Биш континент» алтын миҙалына һәм ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә лайыҡ булған. Артистар башҡорт хореографияһы классикаһын – Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле «Зарифа», «Өс туған», «Ете ҡыҙ» бейеүҙәрен күрһәтте.
Тамашасылар Алексей Шишкиндың «Русь» хореография композицияһын да ҡараны. 2019 йылдың премьераһы бик күп ыңғай баһа алды һәм тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.
Был кистә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең 81-се ижад миҙгеленә әҙерләнгән премьералары ла күрһәтелде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ғәскәровсылар яңыртылған «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеү композицияһын (1985 йылда Фая Гәрәева ҡуйған) һәм Марат Кәримовтың «Һалдат сюитаһы»н тәҡдим иткәйне. Концертта ошо бейеүҙәр ҙә башҡарылды.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика