11:15 (UTC+5), 16 Декабря 2020

«Һеңлекәш» фильмы Х «Витторио Венето» халыҡ-ара кинофестивалендә награда алды

IMPORT Сервисный
«Һеңлекәш» фильмы Италияла Х «Витторио Венето» халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә йәштәр фильмдары араһында иң яҡшыһы булды. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән картинаның режиссеры – Александр Галибин.
Фильм 2020 йылдың 16 ноябренән 12 декабренә тиклем онлайн форматта күрһәтелде. Конкурс программаһында Ҡытайҙан, Һиндостандан, Рәсәйҙән, Чехиянан, Германиянан һәм Италиянан 12 фильм ҡатнашты. Фестивалдең ойоштороусыһы булып 1995 йылда Италияла нигеҙ һалынған «400 Colpi» коммерцияға ҡарамаған ассоциацияһы сығыш яһаны. Маҡсаты – фестивалдәр, белем биреү курстары, кинематографик күҙәтеү аша аралашыу сараһы һәм мәҙәни үҫеш булараҡ йәш аудиторияны киноға йәлеп итеү.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән. Таҫма 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан экранға сыҡты.
Фильм Мәскәү, Санкт-Петербург, Плесс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Түбәнге Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов һәм Туапсе ҡалаларында уҙған фестивалдәрҙә, шулай уҡ Лондонда, Брюсселдә һәм Венала ккүрһәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика