05:51 (UTC+5), 11 Декабря 2020

Башҡорт теле көнөндә республикала ниндәй саралар ойошторола

https://sibaydsa.wixsite.com
Ләйлә Аралбаева
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Байрамдың инициаторы булып, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.
Был көндә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәре проекттарының күргәҙмәһе менән таныштыра.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала. Башҡорт мәҙәниәтенең тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе – билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына ҡарата асыҡ дәрес була.
Байрам саралары республиканың барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында ойошторола, башлыса онлайн форматта. Сараларҙың тулы программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика