14:51 (UTC+5), 11 Декабря 2020

Башҡорт филармонияһы һәм телевидениеһы ветераны Салауат Итбаев арабыҙҙан китте

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә Башҡорт филармонияһы һәм телевидениеһы ветераны Салауат Мостафа улы Итбаев донъя ҡуйҙы. 18 июлдә ул үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.
Салауат Итбаев - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, танылған режиссер, сценарист, һөйләү жанры артисы.
БАССР-ҙың Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған. 1973 йылда - Өфө сәнғәт институтын (Ғабдулла Ғиләжев курсы), 1992 йылда Мәскәүҙә Эстрада тамашалары режиссерҙарының квалификацияһын күтәреү институты ҡарамағындағы Юғары режиссерҙар оҫтаханаһын тамамлаған.
1973 йылдан — ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайының эшсе-йәштәр театры етәксеһе, 1977-1992 йылдарҙа – эстрада артисы, конферансье, 1999 йылда – Башҡорт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе, 1992-1999 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры.
300-ҙән ашыу театр, концерт тамашалары, юбилей программалары, байрам саралары, хөкүмәт концерттары, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдәрҙең сценарий авторы һәм режиссеры. Заһир Исмәғилев, Назар Нәжми тураһында видеофильмдар, «Шәжәрә» тарихи телеочерктар циклы, «Ултырайыҡ әле бөгөн кис» телешоуы һәм башҡаларҙың режиссеры.
Өс ай элек кенә Сибайҙа уның улын, Сибай башҡорт драма театры актеры Марс Итбаевты һуңғы юлға оҙатҡайнылар.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика