04:28 (UTC+5), 09 Декабря 2020

«Өс таған» фильмы Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә еңде

Ләйлә Аралбаева
Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы Ҡытайҙа 15-се Халыҡ-ара балалар киноһы фестивалендә иң яҡшы балалар фильмы тип танылды. Был хаҡта фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров инстаграмда хәбәр итте. Яҙмаға Өфө кинематографистарына ебәрелгән диплом да һалынған.
Фестиваль 2020 йылдың 22-30 ноябрендә Гуандун провинцияһы Гуанчжоу ҡалаһында уҙҙы.
Был «Өс таған» фильмының тәүге наградаһы түгел, картина байтаҡ кинофестивалдәрҙә юғары баһаланды. 2019 йылда Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан «Өс таған» фильмын премьера алдынан күрһәтеү ойошторолдо. Коронавирус пандемияһына бәйле киң премьера һәм республикала прокатҡа сығарыу кисектерелде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика