10:49 (UTC+5), 02 Декабря 2020

Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Иртәгә, 3 декабрҙә, киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы була.
Күләмле проекттың финалында Сибайҙан, Мәләүездән, Өфөнән, Балаҡатай, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәсетле, Яңауыл, Учалы райондарынан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ленинград, Мәскәү өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан 20 ҡыҙ ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың йәше – 16 йәштән 25-кә тиклем. Еңеүсе «Лада» автомобиле менән бүләкләнә.
Проект һәр ваҡыт тамашасыларҙы яңы идеялары менән хайран ҡалдыра. Әйтәйек, быйыл финалда ҡыҙҙар Рәсәй дизайнеры, кутюрье, телевидение алып барыусыһы, «Игорь Гуляевтың Мода йорто»н ойоштороусы Игорь Гуляевтың киске күлдәктәр коллекцияһы менән таныштыра. Игорь Гуляев Мода йортоноң кейем-һалымы донъяла танылыу яулаған Уитни Хьюстон, Орнелла Мути, Монсерат Кабалье, Лара Фабиан, Голди Хоун, шулай уҡ Рәсәй йондоҙҙары Алла Пугачева, Филипп Киркоров, Николай Басков, Елена Ваенга, Стас Михайлов, Лера Кудрявцева, Наташа Королева, Яна Рудковская һәм башҡаларҙың гардеробын биҙәй.
Бөгөн, 2 декабрҙә, Игорь Валерьевич финалсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Конкурс тарихында тәүге тапҡыр проекттың финалы онлайн режимда ойошторола. Тамашасылар конкурс барышын Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында күҙәтә ала. Шулай уҡ тиҙҙән Башҡортостан юлдаш телеканалында конкурстың телевизион форматын ҡарарға мөмкин.
Проектты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика