11:40 (UTC+5), 27 Ноября 2020

«Һылыуҡай» конкурсының финалына сыҡҡан 20 ҡыҙ Гран-при – автомобиль өсөн көрәшә

Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева
Өфөлә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына әҙерлек бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙә еңеүсе төп приз – «Лада» автомобиле менән бүләкләнә. Бөгөн матбуғат конференцияһында финалға үткән 20 ҡыҙ журналистар алдында сығыш яһаны, ойоштороусылар менән бергә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Баһалама ағзалары һүҙҙәренсә, эске матурлыҡҡа, тәрбиәгә, һомғол буй-һынға, гүзәллеккә, һөйкөмлөлөккә һәм ихласлыҡҡа баҫым яһала. Ҡыҙҙарҙың йәше — 16-нан алып 25-кә тиклем, буйы— 165 сантиметрҙан ашыу. Башҡорт ҡыҙҙары ҡара сәсле була тигән стереотипҡа ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар араһында һарғылт сәсле һәм йәшел, зәңгәр күҙле ҡыҙҙар ҙа осрай. Иң мөһиме, был тәбиғи матурлыҡ булһын.
Ләкин Рәсәй төбәктәренән килгән ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә әҙәби башҡорт телен бер тигеҙ кимәлдә белмәй.
«Башҡорт телендә иркен аралашмағандарҙы ситкә ҡаҡмайбыҙ, ҡайһы бер ҡыҙҙар урындағы диалекттарҙа һөйләшә. Әммә финалға әҙерләнгәндә ҡыҙҙарҙың башҡорт телен, үҙ халҡының мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн ваҡыты етерлек. Беҙҙән улар ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ туплап ҡайтып китер», — тип билдәләне конкурстың директоры Артур Әлибәков.
Шуға бәйле, финалға әҙерләнгән саҡта ҡыҙҙар менән дефиле нигеҙҙәре, бейеү һәм башҡа ижади номерҙар ҡуйыу менән шөғөлләнеп кенә ҡалмайҙар, башҡорт теле дәрестәре уҙғаралар, «визиткалар»ҙың йөкмәткеһе һәм дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эшләйҙәр. Шулай уҡ номерҙарға башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән ҡыҙҙарҙы урынлаштырырға тырышҡандар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев хәҙер уларға актер оҫталығы һәм сәхнә телмәре буйынса дәрестәр бирә.
Проекттың баш режиссеры Айгөл Үтәгәнова быйылғы конкурстың тағы бер үҙенсәлеген асты – бер номер Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлана.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, эпидемиологик хәлгә бәйле, ҡыҙҙарҙан медицина белешмәләре алғандар. Ҡурған өлкәһендә һайлап алыу турын үткән бер ҡатнашыусы ғаиләһенең изоляцияла ултырыуы сәбәпле финалға килә алмаған.
Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай» конкурсы 28-се тапҡыр уҙғарыла, ләкин тәүгә Бөтә Рәсәй статусын алды. Финал 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Конкурстың көндәлектәре Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә, телетамашасылар финалдың яҙмаһын да ҡарай ала. Социаль селтәрҙәрҙә тура эфирға сығыу планлаштырыла.
1 из 32
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика