11:48 (UTC+5), 26 Ноября 2020

Республика халҡы тәҡдим иткән 12 иң матур башҡорт һүҙе билдәле булды

Ләйлә Аралбаева
1 ноябрҙә «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты башланды. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Сайтҡа бөтәһе 1000-дән ашыу һүҙ килде.
Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгн исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):
1. Атай
2.Йөрәккәйем
3.Йән
4.Йәнтөйәк
5.Ҡот
6.Намыҫ
7. Өмә
8. Сабыр
9. Тылсымлы
10. Хыял
11. Һөйәм
12. Әсәй
bashslovo.ru сайтында башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы - Рөстәм Аҙнабаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика