05:49 (UTC+5), 26 Ноября 2020

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен алырға йыйыналар

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрация эшләү өсөн алырға йыйыналар. Ләкин ҡасан икәне әлегә билдәһеҙ. «Милексе (Өфө хакимиәте — ред.иҫкәрмәһе) эштәрҙе башлау көнөн һәм уны башҡарырға тейешле ойошманы билдәләмәгән», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов.
Инженер-техник тикшереү күрһәтеүенсә, әле үк һәйкәлдең торошо авариялы тип баһалана һәм тиҙ арала ремонт эштәрен үткәреүгә мохтаж, тип билдәләне ул.
«Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте заказы буйынса объектты һаҡлау буйынса эштәр башҡарыуға ғилми-проект документацияһы әҙерләнә, артабан ул дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза үтергә тейеш. Барлыҡ документтар килгәс кенә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының ошондай эштәрҙе башҡарыуға лицензияһы булған һәм заказсы билдәләгән ойошма яңыртыу эштәрен башларға мөмкин», — тине Олег Полстовалов. Реставрация процесы йыл ярым-ике йыл дауам итеүе ихтимал, тип тә өҫтәне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда милли батырыбыҙ һәйкәлен тейешле кимәлдә тотмаған өсөн баш ҡала хакимиәтенә 200 мең һум штраф һалынды.
Белешмә.
Салауат Юлаев һәйкәле Рәсәйҙә генә түгел, ә Көнсығыш Европала ла иң ҙур атлы скульптура тип иҫәпләнә. Уның бейеклеге — 9,8 метр (постамент менән — 14 метр), ауырлығы — 40 тоннанан ашыу. Һәйкәлдең скульпторы — Сосланбәк Тавасиев.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика