Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.59
+0.26
75.78
+0.37
84.68
+0.18
-10 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ноябрь 2020, 18:02
Башҡортостанда башҡорт теле көнөнә әҙерлек башланды
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2020 йылда Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни һәм аң-белем таратыу саралары ойошторола.
2020 йылда Башҡорт теле көнөнә арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уның етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был дата башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән булдырылды.
https://www.bashinform.ru/news/1522650-v-bashkortostane-nachalas-podgotovka-ko-dnyu-bashkirskogo-yazyka/
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
башҡорт теле
Читайте нас в