Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2020, 17:38

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы»нда ҡурайҙа уйнаны

Өфөнән Земфира Рәшитова, Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ҡурайҙа уйнап, тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр итте.
«Үҙем ошо юлдарҙы яҙам, үҙем тулҡынланам! Мин бүләк алырға түгел, ә Республикабыҙҙы лайыҡлы итеп күрһәтергә барҙым! Ҡурай моңон ишеттерергә һәм халҡыбыҙ мәҙәниәте тураһында мөмкин тиклем күберәк һөйләргә. Бынан нимә килеп сыҡҡанын бергәләп ҡарарбыҙ! Ярҙам күрһәткән Мәҙәниәт министрлығына һәм Халыҡтар дуҫлығы йортона рәхмәтлемен!», — ти Земфира.
Эфир Беренсе каналда 13 ноябрҙә 8 тула 15 минутта башлана.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: