14:27 (UTC+5), 12 Ноября 2020

Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле сығыштарын Колумбия телевидениеһында күрһәтәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Әйтәйек, 12-14 ноябрҙә ансамбль XVIII «A world of dance that saves life, collecting knowledge» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһай, ул Колумбияның Сантьяго-де-Кали ҡалаһында ойошторола. Пандемияға бәйле быйыл ул онлайн үткәрелә.
«Мираҫ» ансамбле «Йыуаса» һәм «Илкәйем» йыр-хореография композицияларын күрһәтә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың сығыштары Сантьяго-де-Кали ҡалаһының «Telepacífico» урындағы төбәк йәмәғәт телевидениеһында, шула уҡ Фейсбукта һәм Инстаграмда Халыҡ мәҙәниәт институтының рәсми төрөмдәрендә трансляциялана. Тамашасылар Колумбия, Аргентина, Конго, Индонезия, Рәсәйҙең музыкаль коллективтарының концерт номерҙарын ҡарарға мөмкин.
«Мираҫ» ансамбле фольклор байрамдарында һәм фестивалдәрендә йыл һайын ҡатнаша. Коллективтың ижады Рәсәй һәм донъя тамашасыларына таныш. Ансамбль Франция, Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия кеүек илдәрҙә сығыш яһаны.
Фестивалде ойоштороусылар — Колумбия мәҙәниәт институты, Колумбия фольклоры һәм бейеүе мәктәбе. Сара Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы булышлығында уҙғарыла. Фестивалдең маҡсаты – донъя халыҡтарының бейеүҙәрен популярлаштырыу, төрлө мәҙәниәттәрҙе ижадҡа ылыҡтырыу, традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика