08:54 (UTC+5), 12 Ноября 2020

Өфөлә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы лауреаттарының ижади эштәре китап булып сыҡты

Ләйлә Аралбаева
Республиканың «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Журналистар Союзы менән берлектә ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы яулаған Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты ярҙамында «Ал да нур сәс халҡыңа!» тигән исем менән ҙур күләмле китап нәшер ителде.
Китапта премия лауреаттарының һәм номинанттарының 2015-2020 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыҡҡан ижади эштәре тупланған, шулай уҡ Булат Солтангәрәев һәм уның исемендәге премия тураһында ҡыҫҡаса белешмә, төрлө йылдарҙа лауреаттарға һәм номинаттарға премия тапшырған сараларҙан төҫлө фотоһүрәттәр менән дә биҙәлгән.
Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына ижади конкурс — уҡыусы йәштәр араһында йыл һайын үткәрелә торған ижади бәйге һәм ижади йәштәрҙе асыҡлау, донъяға танытыу мөмкинлеге биргән платформа булып тора. Конкурсҡа дәғүә итеүсе  унынсы, ун беренсе класс уҡыусылары, лицей, колледж студенттарының илһөйәр, телһөйәр рухлы, туған халҡының мәҙәни мираҫын үҫтереү, һаҡлау, яҡлауға арналған; йәш быуындың киләсәген күҙаллаусы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп һәм хәл итеү юлдарын күрһәтеп, киләсәккә маҡсаттар билдәләүсе мәҡәләһе «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыға. Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһағандан һуң, редакция, Башҡортостан Республикаһы Журналистар Союзы етәкселеге Һуңғыҡыңғырау көнөндә мәктәп, лицей, гимназия, колледждарҙа лауреаттарға һәм төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшыра.
Булат Солтангәрәев ун ете йыл ғүмере эсендә үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына һәм йәштәргә эталон булырлыҡ күп яҡлы шәхес булып формалаша. Булат Солтангәрәевтың яҙмаларындағы тормошсан фекерҙәр,идеялар, хыялдар аңлы тиҫтерҙәренә маяҡ булыр тәрәнлектә.
Рәсәй журналистар союзының XIX «Бөтә Рәсәй-2015» Фестивалендә Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһ журналистар акцияһы илдең республика, край, округ һәм өлкә гәзиттәре араһында лауреат тип танылды.
Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһындағы ижади конкурс 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы. Булат Солтангәрәевтың ижады һәм тормош юлы тураһында 2016 йылда китап сыҡҡайны, 2020 йылда уның тураһында телевизион фильм төшөрөлөп, тамашасыға күрһәтелде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика