11:34 (UTC+5), 30 Октября 2020

Өфөлә танылған йырсы Ғүмәр Әбделмәнов донъя ҡуйҙы

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә 91-се йәшендә танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Имәндәр шаулай», «Бер минут», «Юғалма юлдарымдан» ретро-хиттарын башҡарыусы Ғүмәр Әбделмәнов арабыҙҙан китте.
Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡаҡлы ауылында тыуған. 1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлаған.
1955 йылдан – БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио комитеты хеҙмәткәре. 1959 йылдан – БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығында эшләй һәм бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан республика мәҙәни‑ағартыу училищеһында уҡыта. 1964 йылдан Башҡорт филармонияһы солисы булып эшләй. 1969-1992 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры.
Ғүмәр Әбделмәновтың башҡарыуы ябайлығы һәм ихласлығы менән айырылып торҙо. Уның репертуарында «Ғайса-ахун», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рәүф Мортазин, Роза Сәхәүетдинованың вокаль әҫәрҙәре бар ине. Ул Рим Хәсәновтың, Тәлғәт Шәриповтың һәм башҡа авторҙарҙың лирик йырҙарын тәүге башҡарыусы булды.
Республиканың радио фондында уның башҡарыуында 60-тан ашыу йыр һаҡлана, уларҙың иң билдәлеләре башҡорт эстрадаһы хитына әүерелде: «Имәндәр шаулай», «Юғалма юлдарымдан», «Һиңә тағы мин бер киләм әле» һәм башҡалар. Тыңлаусылар уның йырсы Ләлә Муллабаева менән дуэтын айырыуса ныҡ яратты.
Күп йыллыҡ емешле ижади эшмәкәрлеге һәм мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Ғүмәр Мөғәлләм улы Әбделмәнов 2020 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, 1989 йылда уға БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика