06:39 (UTC+5), 23 Октября 2020

Регина Яҡупова – Ҡурған өлкәһенең иң сибәр башҡорт ҡыҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ҡурған өлкәһендә «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Сафакүлдәге кастингта Ҡурған өлкәһенең төрлө райондарынан башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашты.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә Рәсәй конкурсының сираттағы финалсыһы – Сафакүл ауылынан Регина Яҡупова. Ул төбәк этабында Гран-при яуланы. Беренсе урынды — Субботино ауылынан Диана Ишкилдина, икенсе урынды Сафакүлдән Юлиә Камалова алды, өсөнсөлә иһә Юлиә Кинйәбулатова (Сафакүл ауылы).
Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, вокал, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, костюм һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.
Финал 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була, унда иң сибәр һәм һәләтле ҡыҙҙар төп башҡорт һылыуҡайы исеме өсөн көрәшә. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика