10:30 (UTC+5), 14 Октября 2020

Рәсәй төбәктәре китапханаларына дүрт меңдән ашыу башҡорт китаптары оҙатылды

Ләйлә Аралбаева
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрен башҡорт әҙәбиәте менән тәьмин итеүҙе тамамланы. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск һәм Пермь крайының 17 китапханаһына 4386 дана китап ебәрелде. Быйыл «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһының «Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урындарҙағы китапханаларға башҡорт телендәге әҙәбиәт оҙатыу өсөн бер миллион һум аҡса бүленгәйне.
«Сара ил төбәктәрендә башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уҙғарылды. Был китаптар Рәсәйҙең китапханалар фондын башҡорт телендәге әҙәбиәт менән тулыландырыуға, шулай уҡ башҡорттарҙың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы директоры Юлдаш Ураҡсин.
Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, китап йыйыу һәм ебәреү буйынса аукционда еңеп сыҡҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте илдең ете субъектын китап менән тәьмин итте. Үрҙә әйтеп үтелгән ете төбәктең китапхана фондтарына бушлай 258-ешәр дана китап тапшырылды. Улар араһында — Ш. Бабич, М. Кәрим, З. Биишева, Р. Бикбаев, Н. Мусин, Т. Ғәниева, Р. Назаров, Ғ. Ибраһимов, Ф. Туғыҙбаева, Н. Сәлимовтың китаптары, шул иҫәптән балалар әҙәбиәте, фәнни-популяр һәм тарихи йыйынтыҡтар, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәр, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика