Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Октябрь 2020, 09:49

Өфөлә виртуоз баянсы Айнур Фәтихов фажиғәле вафат булған

Өфөлә билдәле музыкант, баянсы Айнур Фәтихов фажиғәле вафат булған. Уға 37 йәш ине.
Мәҙәниәт министрлығында музыканттың үлемен раҫланылар, әлеге ваҡытта бөтә сәбәптәр асыҡлана. Фәтиховтар ғаиләһенең дауаханала ятыуы билдәле.
Республика көнө алдынан Айнур Фәтихов Ришат Төхвәтуллин менән сығыш яһаған, тип хәбәр итте артистың коллегалары.
«Ул 10 октябрҙә сығыш яһаны, сәхнә артында шаяртты. Ул ауырығанға оҡшамаған ине. Был ниндәйҙер хаталыр тип өмөтләнәм», — тине Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рушанна Бабич.
Айнур Фәтихов 1983 йылдың 22 февралендә Өфөлә виртуоз баянсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтиховтың ғаиләһендә тыуған. 2001 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбен тамамлай. Баян класы буйынса белем ала.
1997 йылда Айнур Швейцарияла «Донъя кубогы» халыҡ-ара баянсылар конкурсында VII урынды яулай, шулай уҡ уҡыған йылдарында төрлө халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сыға.
Уҡыған сағында уҡ уны Салауат Фәтхетдинов, Айҙар Ғәлимов, Ғәбделфәт Сафин кеүек Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсылары эшкә саҡыра башлай. 2007 йылда үҙенең альбомын сығара. Бында ул үҙен йырсы булараҡ һынап ҡарай. Баяндан тыш, Айнур ҡурайҙа, төрлө гармундарҙа, аккордеонда, тальянда, ҡумыҙҙа уйнаны. Башҡорт һәм татар эстрадаһында киң билдәле ине.
«Башинформ» агентлығы Айнур Фәтиховтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: