07:55 (UTC+5), 14 Октябрь 2020

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған

Ләйлә Аралбаева
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған. «Башинформ» агентлығына театрҙан хәбәр итеүҙәренсә, актер оҙаҡ ауырыған, операция кисергән.
Илдар Сәйетов 1957 йылдың 25 ғинуарында Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры труппаһына ҡабул ителә.
Сәхнәлә бихисап сағыу ролдәрҙә уйнаған, улар араһында: Адвокат Нагело («Илай белмәгән ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм табыныусылар» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, аһ, Бибинур!» — Бүләков Ф.); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Вега Л. де); капитан Казарян («Ярлыҡау» — Кәрим М.); Ҡудашев («Һуңғы патриарх» — Абдулин А.); Ҡудашев («Ун өсөнсө председатель» — Абдуллин А.); Кудимов («Өлкән улым» — Вампилов А. В.); Тимербай («Эх, Байтимер дуҫ!» — Кинйәбәев Р.); Толпар («Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» — Бүләков Ф. М.); Ялсығол («Ай тотолған төндә» — Кәрим М.).
Илдар Сәйетовтың һуңғы йылдарҙағы сағыу эштәре тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды: Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Вольф Карлович Лейбе, Ҡадир Даяндың «Гөлбостан» спектаклендә Көҫәпҡол һәм башҡалар.
Илдар Сәйетов — халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика