08:43 (UTC+5), 08 Октябрь 2020

Өфөлә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә маҡтаулы исемдәр һәм премиялар тапшырылды

Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева
Бөгөн Республика йортонда киң мәғлүмәт саралары тармағы вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Маҡтаулы исемдәрҙе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларын хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.
«Журналист һүҙе әүәлгесә ҙур әһәмиәткә эйә, һеҙ республикабыҙҙа булған хәл-ваҡиғаларҙы әүҙем яҡтыртаһығыҙ, матбуғатты уҡыусыларға, телетамашасыларға һәм радиотыңлаусыларға мәғлүмәт ағымында йүнәлеш алырға, ваҡиғалар барышын анализларға һәм республиканың көн тәртибен күҙәтеп барырға ярҙам итәһегеҙ. Шулай уҡ һеҙ мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, сәнғәтте, тыуған төйәгебеҙ тарихын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Башҡортостан хөкүмәте исеменән барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә мөһим эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Фәнүр Йәғәфәров.
2020 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға 18 авторҙың һәм коллективтың эштәре тәҡдим ителде. Премияға спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев һәм «Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина лайыҡ булды. Социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн бүләкләнгән «Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһе Эмилия Завричко өс2н премияны «Молодежная газета» мөхәррире Елена Киселева алды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме менән бүләкләнеүселәр:
Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең техник мөхәррире Венера Абдрахманова,
«Карауан-Һарай» гәзитенең компьютерҙа версткалау инженеры Салауат Аҡдәүләтов (Ырымбур ҡалаһы),
Балтас мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Рөстәм Вәлиев,
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева,
Учалы телерадиостудияһының үҙ хәбәрсеһе Гөлсирә Сабирова,
«Ҡыҙыл таң» гәзите редакцияһының яуаплы секретары Илдар Фазлетдинов,
«Толпар» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Илдус Фазлетдинов,
«Өмөт» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары – яуап секретары Рөстәм Хәнәфин,
«Республика Башкортостан» гәзитенең реклама бүлеге белгесе Ирина Япарова,
Башҡортостан Республикаһының Журналистар берекмәһе ағзаһы – БСТ телеканалында «Честно говоря» телепроекты продюсеры Рәзиф Абдуллин,
«Өфө» нәшриәт йорто»ноң әйҙәүсе инженеры Любовь Мищенко,
«Вечерняя Уфа» гәзитенең төп эшмәкәрлек буйынса мөдире Гөлнара Сафуанова.
«Республика Башкортостан» гәзите фотохәбәрсеһе Рәйеф Баҙыҡовҡа, Сибай мәғлүмәт үҙәгенең китап төпләүсеһе Фәниә Биктимероваға, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры Рөстәм Зәрәфетдиновҡа, Асҡын мәғлүмәт үҙәгенең «Ышаныс» гәзите тәржемәсеһе Светлана Сәлмәноваға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
«Башинформ» агентлығы коллегаларын ҡотлай һәм уларға ижади уңыштар теләй.
1 из 19
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика