Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Октябрь 2020, 13:03

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт ырыуҙарының гербтарын төҙөү өсөн комиссия ойошторҙо

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
«Торатау» конгресс-холында Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңы Геральдика комиссияһы ойошторолдо. Ул ырыуҙарҙың символикаһын һаҡлау һәм уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өҫтөндә эшләй.
Комиссияның пландары менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов таныштырҙы.
«Йыл һайын башҡорт ырыуҙарының йыйындары, ҡоролтайҙары уҙғарыла. Унда ырыу вәкилдәре үҙенсә герб эшләй. Был башланғысты беҙ күрҙек, әммә гербтарҙың ниндәйҙер бер тәртипкә буйһонмауы беҙҙе хафаға һалды. Һәр бер башҡорт ырыуының үҙенең атрибуты бар: ағас, ҡош, тамға, оран. Уларҙы берләштереп, халыҡтың башланғысын дауам итеп, гербтарҙы төшөрөп, донъя кимәлендәге бер системаға индерергә тигән маҡсат бар», — тип һөйләне Юлдаш Йосопов.
Башҡорт геральдикаһы комиссияһының ойошторолоуын Рәсәй геральдистар берләшмәһе лә хупланы. Уның идараһы ағзаһы Кирилл Переходенко кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша сәләмләне.
«Башҡорт ырыуҙарының гербтары — бер үк ваҡытта көнбайыш геральдика ҡанундарын да, тарихи башҡорт символикаһын да бергә туплаған проект. Тамғалар менән геральдиканың айырмаһы шунда: геральдика ул ижади эш кенә түгел, ә тарихи ҡалыптарға буйһонған, айырым тәғлимәттәргә нигеҙләнгән оҫталыҡ. Уның ҡағиҙәләре һәм талаптары бар, улар ҡаты ғына. Әгәр башҡорт ырыуҙарының гербтары донъя геральдикаһы системаһына инеүен теләйбеҙ икән, уларҙы көнбайыш һәм Рәсәй гербтарының талаптарына яраҡлаштырып эшләргә кәрәк», — тине Кирилл Переходенко.
Ул шулай уҡ алдан әҙерләнгән башҡорт ырыуҙары гербтарының өлгөләренә байҡау яһаны, ҡайһы бер хаталарҙы күрһәтте, алдағы эшкә йүнәлеш бирҙе.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: