10:19 (UTC+5), 01 Октября 2020

Төньяҡ баш ҡала ҡунаҡтарҙы һабантуйға йыя

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ошо шәмбе, 3 октябрҙә, Санкт-Петербургта һабантуй ойошторола. Уны асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә Ладога паркында була. Элек ул йәй көнө уҙғарыла ине, ләкин быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында Төньяҡ баш ҡалалағы һабантуйҙы октябрь башына күсерергә хәл ителде.
Милли байрамда Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе губернаторҙары, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан вәкилдәре ҡатнаша.
Һабантуй ҡунаҡтарын халыҡ уйындары, аттракциондар, милли аш-һыу, үҙешмәкәр һәм профессиональ артистарҙың, атап әйткәндә, Санкт-Петербургтан «Аҡсарлаҡ» фольклор ансамбленең сығышы көтә. Сауҙа рәттәрендә байрам ҡунаҡтары ҡаҙылыҡ, сәк-сәк, бал, сувенирҙар һатып алырға мөмкин.
Һабантуй – ҡала халҡының яратҡан байрамдарының береһе, унда милли диаспора вәкилдәренән тыш, ошо тамашаны күрергә теләгән һәр кем килә. Өҫтәүенә Петербург синоптиктары был көндөң ҡояшлы буласағын вәғәҙәләй, тип хәбәр иттеләр байрамды ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика