05:31 (UTC+5), 29 Сентября 2020

Башҡортостанда «Йәшлек-шоу» Бөтә Рәсәй фестиваленең тәүге һайлап алыу туры уҙҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең тәүге һайлап алыу туры уҙҙы. Ул Кушнаренко ауылында ойошторолдо.
Фестивалдең ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, һайлап алыу йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Клэнтони (Ильяс Батыргәрәев) яуланы. Ул 10 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Икенсе урында — Ләйсән Ғәлиева, өсөнсөлә — Филиә Әзетдинова. Уларға ете һәм биш мең һум тапшырылды.
Быйыл һайлап алыу туры Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үткәрелә. Һәр һайлап алыу туры тамамланғандан һуң ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында open-air концерты көтә. Проекттың продюсеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин.
17-18 ноябрҙә конкурстың беренсе этабының иң һәләтле ҡатнашыусылары гала-концертта танылған йырсылар менән бергә сығыш яһау хоҡуғы өсөн көрәшә. Концерт 20 ноябрҙә була, еңеүселәр ҙә шул ваҡытта иғлан ителә. Беренсе премия лауреаты — 300 мең, икенсеһе — 200 мең, өсөнсөһө 100 мең һум менән бүләкләнә.
Киләһе һайлап алыу туры 2 октябрҙә республиканың төньяҡ-көнсығышында – Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондары – Мәсәғүт ауылында була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика