04:39 (UTC+5), 14 Сентября 2020

Республикала башҡорт милли кейемен тегеүгә арналған «Тамға» конкурсы ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда башҡорт милли кейемен тегеүгә арналған «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ойошторола. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтенең сағылышы булараҡ милли кейем» түңәрәк өҫтәлендә хәбәр итте. Форум Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнөн билдәләү барышында уҙҙы.
Конкурстың маҡсаты — халыҡ традицияларын һаҡлау һәм башҡорт миллли кейеменә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Конкурс «Башҡорт милли кейеме» брендын булдырыу, башҡорт милли кейемен тегеү өлкәһендәге һәләтле оҫталарҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү, халыҡта башҡорттарҙың милли кейеме традицияларын өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу талаптарына яуап бирә.
Сараны йыл да уҙғарыу күҙ уңында тотола. Унда биш номинация була, уларҙа 18 йәштән өлкән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, башҡорт милли кейеме дизайнерҙары ҡатнаша.
Тәүге конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә яһала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика