Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
08:50 (UTC+5), 14 Сентября 2020

Күренекле татар йырсыһы, яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева вафат

Татар-информ
Ләйлә Аралбаева
Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева 72-се йәшендә вафат булды.
«Татар-информ» хәбәр итеүенсә, йырсыны репетицияға алып барырға тип баҡсаһына килгән коллегаһы уның вафат булыуын күргән. Билдәле булыуынса, 2020 йылдың башында йырсы инсульт кисергәйне, шул ваҡытта ул комала ятты.
Татар эстрадаһының легендар йырсыһы 1949 йылдың 24 майында Башҡортостан Республикаһы Борай районының Ҡотлояр ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған.
1976 йылда Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй, концерт бригадаһында эстрада бүлеге солисы була, танылған сәхнә оҫталары – Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ғ.Рәхимғоловтың, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы И.Шакировтың ижади коллективтарында эшләй. Һуңынан йырсы үҙенең эстрада коллективын ойоштора һәм оҙаҡ йылдар тотош СССР-ҙа, сит илдәрҙә сығыш яһай.
Йырсының репертуарында 1000-ләп йыр бар, ул талантлы һәм билдәле композиторҙар, авторҙар, башҡарыусылар менән хеҙмәттәшлек итте. Боронғо татар һәм башҡорт халыҡ, автор йырҙарын тәүге профессиональ башҡарыусы булды.
Артист менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты тураһында мәғлүмәт әлегә юҡ.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика