06:06 (UTC+5), 11 Сентябрь 2020

Силәбелә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай – 2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

IMPORT Сервисный
Силәбелә башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай – 2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы. Силәбелә бындай байрам тәүгә ойошторола. Еңеүсегә төп бүләк – башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге.
Конкурстың төп үҙенсәлеге — йәштәрҙең милли мәҙәниәткә һәм йолаларға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, башҡорт телен белеү. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырыуҙан тыш, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирергә тейеш ине. Гүзәллек конкурстарындағы ғәҙәти дефиле һәм ижади конкурс та ойошторолдо.
Кастингта 17 ҡыҙ ҡатнашты. Таж эйәһе һәм «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсының тәүге финалсыһы — Силәбенән Аймара Нафиҡова. Ул Силәбе өлкәһе исеменән конкурстың финалында ҡатнаша. Беренсе урында – Юлиә Абайдуллина, икенсе урында — Элина Сибәғәтуллина, өсөнсөлә иһә Ләйсән Солтанова.
Финал 3 декабрҙә Өфөлә уҙғарыла. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
Кастингтар графигы:
12 сентябрь – Екатеринбург ҡалаһы;
13 сентябрь – Пермь ҡалаһы;
18 сентябрь – Ырымбур ҡалаһы;
19 сентябрь – Һамар ҡалаһы;
26 сентябрь – төньяҡ-көнсығыш зона (Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары).
Үткәреү урыны: Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика