10:17 (UTC+5), 11 Сентября 2020

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале милли кейем флешмобынан башлана

Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева
Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале асыла. Ул киске сәғәт 7 тула 15 минутта ғәҙәти урында – Өфө амфитеатрында милли кейем флешмобынан башлана. 11 сентябрҙә фестиваль бер нисә проект тәҡдим итә: Милли кейем байрамы, «Өфө-KuraiFest», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны. Концерт программаһы киске сәғәт 7-нән төнгө 11-гә тиклем бара. Кисәнең хэдлайнеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Пелагея һәм уның төркөмө.
Фестивалдең матбуғат конференцияһында ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар тулыраҡ мәғлүмәт менән таныштырҙы. «Евразия йөрәге» фестивале директоры Айҙар Зөбәйҙуллин белдереүенсә, фестиваль концерттарында көсәйтелгән хәүефһеҙлек саралары күрелә. Халыҡ өс урындан индерелә, уларҙа 28 металлодетектор ҡуйыла. Тамашасыларҙың битлек кейеү-кеймәүен 50 махсус хеҙмәткәр күҙәтә.
«Евразия йөрәге»нә Удмурт Республикаһынан популяр фольклор төркөмө, «Евровидение-2012» конкурсында ҡатнашҡан «Буран ауылы инәйҙәре» саҡырылған. Улар матбуғат конференцияһына дәртле удмурт йырҙары менән килеп инде.
Фестиваль ҡунаҡтарының береһе — Тыва Республикаһынан «Хоомей бит» төркөмө — Бөтә Рәсәй һәм музыка фестивалдәрендә ҡатнашыусылар. Коллектив Фольклориадаға саҡырылған булған, сара бер йылға күсерелгәс, «Евразия йөрәге»нә килгәндәр.
«Былтыр Өфөлә «Мосафир» этно-форумында булдыҡ. Беҙҙең коллективҡа өс йыл. Миссиябыҙҙы үҙебеҙҙең традицион музыканы киләһе быуынға тапшырыуҙа күрәбеҙ», – ти төркөмдөң солисы Ай-Хаан Ооржак.
Этнотөндә шулай уҡ «Арғымаҡ» төркөмө, «Zainetdin» этно-шоу проекты, «Бишбармаҡ» оркестры, Азат Биксурин, Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм башҡа артистар ҡатнаша.
«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале 2016 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса ул Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале иҫәбенә инде. Дүрт йыл эсендә тамашасылар һаны 500 меңдән артып китте, тотош донъяла тағы 2 миллиондан ашыу кеше фестивалде онлайн күҙәтте.
Фестивалдән тура трансляция БСТ телеканалында һәм сараның сайтында алып барыла.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика